Спорт
12 Января 2020, 11:42

Рәсәй тенниссылары ярымфиналға сыҡты

Австралияла барған теннис буйынса ATP Cup турнирында Рәсәй йыйылма командаһы Аргентина тенниссыларын 3:0 иҫәбенә отоп, ярымфиналға сыҡты.

Әлеге һоҡланғыс команда бәйгеһенә, донъяның 24 йыйылма командаһы 6 төркөмгә бүленеп, ярышты башлағайны. Хәҙер улар дүртәү генә ҡалды. Беҙҙең тенниссылар төп турнирҙың финалына сығыр өсөн Сербия уйынсылары менән осрашһа, Австралия иһә Бельгия һәм Испания командаларының араһында булған еңеүсеһе менән көс һынашасаҡ.
Рәсәй командаһы өсөн Даниил Медведев, Карен Хачанов, Теймураз Габашвили менән Константин Кравчук сығыш яһай.
Фото:ТАСС
Яңылыҡ авторы: Нур Ҡәҙербаев.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/R-s-y-tennissilari-yarimfinal-a-si-ti-69478/
Читайте нас