Стэрлебаш шишмэлере
+13 °С
Облачно
Спорт
12 Января 2020, 11:25
Береһенең хәле етмәгән, икенсеһенең саңғыһы, өсөнсөһөнөң башҡаһы...
Германияла биатлон буйынса Донъя кубогының дүртенсе этабы башланды.
Кисә ярыштың беренсе көнөндә ҡатын-ҡыҙҙар спринтта көс һынашты. Һәм һәр ваҡыттағыса төрлө сәбәптәр арҡаһында Рәсәй спортсылары миҙалһыҙ ғына түгел ә артта һөйрәүселәр рәтендә ҡалды. Береһенең хәл-торошо насар, икенсеһенең саңғыһы шылмаған, өсөнсөһөнөң башҡа төр сәбәп булған, имеш… Һуң һин бит һайланып, төп ярыштарға алынғанһың икән, нишләп сәбәп эҙләргә?.. Бер ҙә кимәленә һылтанмайҙар. Ҡыҙыҡ… Һөҙөмтәлә Миронова – 19-сы, Поршнева – 29-сы, Куклина – 30-сы, Резцова – 50-се һәм Старых финишта 69-cы булды.
Бөгөн ир-аттар шул уҡ дисциплинала йүгерәсәк. Стартҡа Логинов, Елисеев, Гараничев, Поршнев, Латыпов һәм Халили сығасаҡ.
Фото:ТАСС
Яңылыҡ авторы: Нур Ҡәҙербаев.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Bere-ene-h-le-ikense-ene-sa-i-i--s-ns--n--bash-a-i-eshkenm-g-n-69606/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"