Спорт
11 Января 2020, 07:20

Әллә көсө бөттө, әллә "һимерҙеләр"...

“Салауат Юлаев” командаһы үҙ майҙанындағы өсөнсө осрашыуын “Динамо” (Мәскәү) уйынсылары менән уҙғарҙы.

Һәм был юлы ла дәғүәсеһенә отолдо. Уйнаманы түгел, уйнанылар... Тик һөҙөмтә юҡ. Әллә баш тренерҙың көсө бөттө, әллә уйынсылар “һимерҙе”... Һәр ваҡыт легионерҙарҙан ғына һөҙөмтә көтөп булмай бит. Былай ҙа улар команданы һөйрәп килә. Хәҙер уларҙы “Себер” ҙә ҡыуып уҙып китте. Ҡытай клубы үксәһенә баҫҡан. “Адмирал” да бына-бына баҫам тип тора.
Иртәгә уларға Риганың “Динамо” командаһы килә. Унда ла эштәре бешмәһә, етәкселеккә һуң булмаҫ борон, ниҙер ҡылырға кәрәк.
Фото:ТАСС
Яңылыҡ авторы: Нур Ҡәҙербаев
Йәшлек гәзите.
Читайте нас