Спорт
11 Января 2020, 08:02

Бындай состав менән алыҫ китеп булмаҫ?..

Кисә биатлон буйынса Германияла барған Донъя кубогының дүртенсе этабында ир-аттар спринт ярышында көс һынашты.

Был юлы ла Рәсәй спортсылары миҙалһыҙ ҡалды. Тик быға тиклем ошо уҡ дисциплинала йүгергән беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар һөҙөмтәһенә ҡарағанда, ир-ат биатлонсылары уңышлыраҡ сығыш яһаны. Елисеев менән Логинов дүртенсе-бишенсе урындарға сығып, сәскә церемониһына эләкте. Ҡалғандарҙан, гараничев – 28-се, Латыпов – 38-се, Поршнев – 51-се һәм төп командала дебют яһаған Халили финишта 61-се күрһәткескә өлгәште.
Ә инде еңеүсе булып, ниһайәт, Мартен Фуркад танылды.
Бөгөн эстафета ярыштары уҙасаҡ. Башта ҡатын-ҡыҙҙар ярышҡа сығып, Рәсәй составында Поршнева, Миронова, Куклина һәм Резцова ҡатнашһа, һуңыраҡ йүгергән ир-ат командаһы өсөн Халили, Гараничев, Елисеев һәм Латыпов стартҡа сығасаҡ.
Фото:ТАСС
Яңылыҡ авторы: Нур Ҡәҙербаев
Йәшлек гәзите.
Читайте нас