Ярыштың беренсе көнөндә үк Рәсәй командаһы биш миҙалға эйә булды. Беҙҙең ҡатын-ҡыҙ һәм ир-ат йыйылма спортсылары команда спринтында беренсе урын алып, ике алтын миҙал яуланы. Европа чемпионы булып Ольга Фәтҡулина, Ангелина Голикова, Дарья Качанова, Павел Кулижников, Руслан Мурашов һәм Виктор Муштаков танылды. Һуңынан 1500 метр араға ярышыуҙа Денис Юсков көмөш һәм шул уҡ дистанцияла ҡатын-ҡыҙҙарҙан Евгения Лаленкова – көмөш, Екатерина Шихова бронза миҙал яуланы.