Спорт
11 Января 2020, 08:15

Баскетбол буйынса республика ярыштары

Борай районында, район үҙәгенең физкультура-һауыҡтырыу комплексында ҡыҙҙар араһында баскетбол буйынса республика ярыштары (ШБЛ «КЭС–БАСКЕТ») башланды.

Ярыштар өс көн балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең һәм 3-сө мәктәптең спорт залдарында үтәсәк.
«КЭС-БАСКЕТ»та Архангель, Борай, Әбйәлил, Ейәнсура, Ҡыйғы, Дыуан, Көйөргәҙе, Миәкә, Нуриман, Шишмә, Саҡмағош, Тәтешле, Благовар, Кушнаренко райондарының иң шәп уйынсылары уйнай.
Командаларға уңыштар теләйбеҙ!
Фото: "Алға" гәзитенән.
Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
Йәшлек гәзите.
Читайте нас