Спорт
9 Января 2020, 06:05

Коньки урынына быйма кейеп

Учалыла ҡыҙыҡлы спорт сараһы ойошторолдо: хоккейсылар коньки урынына быйма кейеп сәкән һуҡты.

Мәҙәниәт һәм ял паркының универсаль спорт майҙансығы ярышҡа тамаша ҡылырға, үҙ командаһын дәртләндерергә килгән учалыларҙың, көйәрмәндәрҙең шат ауаздарынан гөрләп торҙо.
Ярыш бик ҡыҙыу барҙы, шулай уҡ тамашасылар менән төрлө уйындар ойошторолдо.
Һөҙөмтәлә Тау-байыҡтырыу комбинаты цехы спортсылары – беренсе, Сәфәр ауылы командаһы – икенсе, абҙаҡтар өсөнсө урынды яуланы. Еңеүселәр Ҡыш бабай бүләген алып шатланды.
Ә иң ҙур бүләккә – яҡшы кәйеф, күңел күтәренкелегенә тамаша ҡылырға килгән һәр кем лайыҡ булды.
Фото Учалы хакимиәте сайтынан.
Автор: Римма Султанова
Читайте нас