Спорт
9 Января 2020, 07:55

Өфөлә саңғы карнавалы үтте

Өс йөҙҙән ашыу кеше Мәжит Ғафури исемендәге паркҡа йыйылып, ҡышҡы спорт төрөнә һөйөүен белдерҙе.

Ҡыйыуҙар һәм ныҡышмалдар өсөн ҡаршылыҡтар юҡ. Өфө үҙәгендә ойошторолған ярыш сәләмәт тормош яҡлы өс йөҙҙән ашыу кешене берләштерҙе.
Саңғы карнавалына тотош ғаиләләре менән килеүселәр күп булды. Ата-әсәләр үҙ миҫалында балаларында ҡышҡы спорт төрҙәренә һөйөү тәрбиәләй.
Ҡатнашыусыларҙа еңеүгә ынтылыш ни тиклем генә көслө булмаһын, ярыш майҙанында дуҫтарса атмосфера хакимлыҡ итте.
Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар йәш арауығы буйынса айырым бүләкләнә. Тәүге урын яулаусыларға ошондай ҡар бөртөгөнә оҡшаш миҙалдар әҙерләнгән.
Әкиәт персонаждары булып кейенеп килеүселәргә лә Яңы йыл символикаһы менән тәмле бүләктәр тапшырыла. Шулай уҡ иң йәш һәм өлкән ҡатнашыусылар иғтибарһыҙ ҡалдырылмай. Улар ҙа ойоштороусыларҙан рәхмәт хаттары алды.
Сараны ойоштороусылар спорт һөйөүселәргә әрме бутҡаһы һәм йылы сәй ҙә әҙерләй. Хәрәкәттә – бәрәкәт тиҙәр, өфөләр байрам көнөн файҙалы һәм мауыҡтырғыс үткәрҙе.
Читайте нас