Башҡортостандың Саңғы ярыштары буйынса федерацияһы рәйесе Илгиз Камалетдиновтың әйтеүенсә, сараның маҡсаты уҙыш ҡына түгел, ә төбәктә ошондай ярыштарҙы тергеҙеү ҙә. Һуңғы ваҡытта был спорт төрө һүнеп ҡалғайны.
Беренсе көндә ҡыҙҙар – биш, егеттәр ун километр арауыҡҡа уҙышты. Ә икенсе көн коньки стилендә үткәрелгән бәйгелә көслө зат вәкилдәре – 15, ҡыҙҙар 10 километр араны үтте. Ярыштарҙа барыһы 18 мәктәптән 120 спортсы ҡатнашты.
"Сараға ныҡлы әҙерләндем. Былтыр унда ҡатнашыу хыял ғына булһа, быйыл хатта беренсе урын алыу бәхете тәтене", – тине ярыштың еңеүсеһе Илһөйәр Ҡотошова Башҡортостан юлдаш телевидениеһына биргән интервьюһында.
Беренселектә яҡшы уңышҡа өлгәшкәндәр ил буйынса ярыштарҙа ҡатнашыу хоҡуғын алды.