Стэрлебаш шишмэлере
+16 °С
Дождь
Спорт
8 Января 2020, 12:35
Бүләктәр, былау һәм сәй...
"Республикала Яңы йыл ғаилә байрамдары старт алды, уларҙа 1198 мәктәптән 28 мең малай һәм ҡыҙ, 38 мең атай-әсәй ҡатнашасаҡ тип белдерҙе ойоштороусылар...
Алда тағы ла 4,5,6 ғинуарҙағы ярыштар тора. Кем өлгөрмәгән - мәктәптәргә шылтыратығыҙ, өлгөрөрһөгөҙ. Ғөмүмән, Яңы йыл каникулы дауам итә, урамдарҙа, ихаталарҙа, стадиондарҙа күп саралар уҙа. Өҫтәл артында ғына ултырмағыҙ, саңғыға, урманға, спорт залына, катокка йәки бассейнға!" - тип сәләмәт тормошҡа өндәй "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге сәхифәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров.
Ысынлап та, быйыл халыҡтың ялы файҙалы уҙһын өсөн республикала көн дә төрлө саралар ойошторолоп тора. Мәҫәлән, бөгөн Өфө ҡалаһының Октябрь районындағы Ғафури паркында "Раштыуа уҙыштары" булды. Саңғыға яңы баҫҡан йәш баланан алып, олпат йәштәге ветерандарға тиклем сарала ҡатнашырға килгәйне.
Ярыш шарттары буйынса, тәүҙә карнавал уҙышы үтте, йәғни бал-маскарад кейемендә килгәндәр 500 метрға йүгерҙе. Унда ҡатнашҡандар йүгереү һөҙөмтәһе буйынса ғына түгел, ә костюм өсөн дә бүләк алып ҡыуанды. Артабан иһә үҫмерҙәр 1500 метрға, өлкәндәр 2500 метрға саңғыла уҙышты.
Ярыштан һуң спорт һөйөүселәрҙе бушлай былау һәм сәй менән һыйланылар. Сараға халыҡ күп килде, ғаиләләр менән ҡатнашҡандар ҙа булды. Тимәк, ойоштороусы булһа, халыҡ та әүҙем күтәреп алырға, ваҡытын да, сараһын да табырға тырыша.
Автор: Рәмилә Мусинаhttps://bash.rbsmi.ru/articles/sport-m-turizm/B-l-kt-r-bilau--m-s-y-65651/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"