Спорт
5 Января 2020, 09:32

Теләктәре тормошҡа ашты...

Үҫмер хоккейсылар араһында барған донъя беренселегендә, ниһайәт принципиаль дәғүәселәр - Рәсәй командаһы менән Канада уйынсылары төп приз өсөн көс һынашасаҡ.

Брагиндың тәрбиәләнеүселәре ярымфиналда еңелеү белмәҫ Швеция хоккейсыларын өҫтәмә ваҡытта ғына ҡаршылығын еңеп, финалға сыҡһа, Канада командаһы иһә уҙған чемпионат еңеүсеһе - Финляндия үҫмерҙәрен 5:0 иҫәбенә ҡыйратып уңышҡа ҡаҙанды. Беҙҙекеләр хоккей иле менән бынан биш йыл элек финалда сәкәләшеп, еңеү Канада яғында була. Икенсе йылына ла Рәсәй командаһы төп бәйгелә ҡатнаша, әммә унда ла финдарға отолоп, кубокһәҙ ҡала. Ә инде һуңғы тапҡыр улар 2011 йылда ғына чемпион исемен яулағайны. ҒӨМҮМӘН, беҙҙекеләр 1993 йылдан алып 13 тапҡыр финалда ҡатнаша һәм дүртеһендә генә кубокка эйә була. Канада иһә, ошо уҡ арауыҡта 19 мәртәбә төп бәйгелә ҡатнаша һәм 12-ндә чемпион исемен яулай.
Яңылыҡ авторы: Нур Ҡәҙербаев
Йәшлек гәзите.
Читайте нас