Ялҡауың ғына килмәһен - йәнең теләгән сарала ҡатнаша алаһың: концерттар, уйындар, спорт ярыштары, оҫталыҡ дәрестәре һәр төбәктә ойошторолған.
Мәҫәлән, учалылар бөгөн "Атай, әсәй, мин - спорт ғаиләһе" саңғы эстафетаһында ярышһа, балаҡатайҙар саңғы миҙгелен 6 ғинуарҙа тантаналы асырға йыйына. Улар барыһын да иртәнге сәғәт унда 1-се һанлы мәктәптә көтөп ҡала.
Йоҡлап ятмағыҙ, саф һауаға, ял итергә, дуҫтар, ашығығыҙ!
Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова