Стэрлебаш шишмэлере
+25 °С
Дождь
Спорт
3 Января 2020, 09:13
Швеция хоккейсылары Рәсәй менән осрашасаҡ
Чехияла барған үҫмер хоккейсылар араһында донъя чемпионатында беҙҙең уйынсылар ярымфиналда шведтар менән уйнаясаҡ.
Был хаҡта сирекфинал осрашыуҙарынан һуң билдәле булды. Швеция хоккейсылары беренселек хужаларын 5:0 иҫәбенә ҡыйратып, финалға сығыр өсөн Рәсәй командаһы менән көс һыннашасаҡ. Икенсе ярымфиналда Канада менән уҙған чемпионат еңеүсеһе Финляндия уйынсылары сәкәләшәсәк. Тәүгеһе Словакияны 6:1 иҫәбенә отоп, уңышҡа өлгәшһә, финнар иһә АҠШ-ты 1:0 иҫәбенә еңеп сыҡты.
Ярымфинал бәйгеһе иртәгә уҙасаҡ.
Фото:ТАСС
Яңылыҡ авторы: Нур Ҡәҙербаев
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Shvetsiya-hokkeysilari-R-s-y-men-n-osrashasa-61956/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"