Яңы йылдың тәүге көнөн физик культура менән шөғөлләнеп уҙғарыусылар йылдан-йыл арта ғына. Былтыр был сарала меңгә яҡын кеше ҡатнашҡан ине. Быйыл сараға Белорет, Нефтекама ҡалары ла ҡушылды. Йүгереүселәр байрамға яңы йыл костюмдарында, маскарад кейемдәрендә килә.
Өфө халҡы һәм ҡунаҡтарына – үҙенсәлекле байрам бүләге: Башҡортостан юлдаш телеканалы ярҙамында Яңы йыл видеоҡотлауы төшөрөргә мөмкин. Бының өсөн яңы йыл каникулдарында "Ҡунаҡһарай"ҙа үтәсәк «Терра Ҡыш» фестиваленә барырға кәрәк.
Сауҙа комплексында телеканал төркөмө байрамса биҙәлгән майҙансыҡ ойошторола. Унда һәр теләгән кеше туғандары һәм яҡындарын ҡотлап видеоға төшә ала. Ҡотлауҙар шул көндө үк "Бәйләнеш"тә селтәрендә беҙҙең төркөмгә ҡуйыласаҡ.