Спорт
3 Января 2020, 09:03

Рәсәй үҫмерҙәре ярымфиналға сыҡты

Рәсәй йыйылма командаһы хоккейсылары Чехияла барған 20 йәшкә тиклемге уйынсылар араһында донъя чемпионатында ярымфиналға сыҡты.

Улар сирекфиналда Швейцария үҫмерҙәрен 3:1 иҫәбенә еңеп, юғарылағы уңышҡа өлгәште. Ярымфиналдағы дәғүәсеһе һуңыраҡ билдәле буласаҡ. Башҡа сирекфинал бәйгеһендә, Канада командаһы Словакия менән осрашһа, Швеция уйынсылары Чехия менән һәм АҠШ үҫмерҙәре Финляндияға һынау тотасаҡ.
Фото:ТАСС
Яңылыҡ авторы: Нур Ҡәҙербаев
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/R-s-y--mer-re-yarimfinal-a-si-tti-61757/
Читайте нас