Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ясно
Спорт
3 Января 2020, 09:16
Малышконың урынына Халили йүгерәсәк
Рәсәй биатлонсылар союзы ғинуарҙа уҙасаҡ Донъя кубогы этаптарында ҡатнашасаҡ состав менән таныштырҙы.
Унда әллә ни үҙгәреш юҡ. Төп составҡа Малышконының урынына Саид Халили саҡырыу алһа, Поршневаны Ирина Старых алмаштырасаҡ. Ә бына IBU этаптарына Слепов, Филимонов, Мухаметьянов, Кайшева һәм Сливко алынды. IBU этаптары Словакияла һәм Польшала уҙасаҡ. Ә инде төп ярыштар башта Германияла, 6-12 ғинуарҙа үтһә, һуңынан йәнә Германияла, тик Рупольдингта, 13-19 ғинуарҙа ҡаралған.
Фото:ТАСС
Яңылыҡ авторы: Нур Ҡәҙербаев
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Malishkoni-urinina-Halili-y-ger-s-k-61960/
Читайте нас