Стэрлебаш шишмэлере
+16 °С
Дождь
Спорт
3 Января 2020, 09:17
Бөгөн КХЛ беренселегенең туғыҙ осрашыуы уҙасаҡ
Бөгөн хоккей буйынса Рәсәй чемпионатының тәүге Яңы йылдағы туры уҙасаҡ.
Ике конференцияның командалары туғыҙ осрашыуы менән көйәрмәндәрҙе ҡыуандырасаҡ. Беҙҙе бигерәк тә Көнсығыш конференцияһы ҡыҙыҡһындыра. Сөнки плей-оффҡа "Салауат Юлаев" командаһы кеүек дәғүә иткән командалар, бына-бына өфөләрҙе ҡыҫырыҡлап сығырға тора. Әйтәйек, юлаевсыларҙан бер баҫҡысҡа юғары торған "Себер" уйынсылары "Нефтехимик"ты ҡабул итһә, һигеҙенсе урында урынлашҡан "Металлург" командаһы "Автомобилист"ҡа һынау тотасаҡ. Әгәр икеһе лә еңеү яулаһа, беҙҙекеләр йәнә аҫҡа тәгәрәйәсәк. Уларҙы хатта "Адмирал" клубы ла ҡыҫырыҡлап, турнир таблицаһының унынсы баҫҡысына төшөрөүе ихтимал. Русса әйтмешләй: доигрались...
"Салауат Юлаев" иһә. тик 6 ғинуарҙа ғына уйынын башлаясаҡ. Унда ла беҙгә Көнбайыш лидеры- ЦСКА киләсәк.
Фото:ТАСС
Яңылыҡ авторы: Нур Ҡәҙербаев
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/B-g-n-KHL-berenselegene-tu-i-osrashiu-u-asa-61977/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"