Спорт
1 Января 2020, 17:53

Афарин, Илнур!

Илнур Ғарипов хаҡында бынан бер нисә йыл элек “Башҡортостан” гәзите биттәрендә яҙғайныҡ. Донъяның матурлығын үҙ күҙҙәре менән күрә алмаһа ла, тырыш булмышы, ихтыяр көсө менән күп сәләмәт кешеләргә лә өлгө булып тора ул.

Туғыҙ йөҙ грамм булып ҡына донъяға килгән Илнур кескәй сағынан уҡ спорт менән шөғөлләнә. Бер күҙе күргән саҡта конькиҙа йүгерә, саңғы буйынса төрлө кимәлдәге ярыш­тарҙа еңеүҙәр яулай. 12 йәшендә бөтөнләй күрмәй башлағас та тө­шөнкө­лөккә бирелмәй ул – йөҙөү спорты менән мауыға башлай.
Бөгөн Илнур Ғарипов – йөҙөү буйынса Рәсәй чемпионы, халыҡ-ара класлы спорт мастеры. Әммә өлгә­шел­гәндәре менән генә туҡтарға йыйынмай, ал­ға ынтылып, ҙур маҡсаттар ҡуйып йәшәй.
“Тамыр” балалар һәм үҫмер­ҙәр теле­каналы ойошторған “Бирешмә! Көслө бул!” номина­цияһында ла Илнур еңеү яулағайны. Егеттең төп көйәрмәндәре һәм ярҙамсылары – әсәһе Зөлфидә менән һеңлеһе Алтынай.
Әлеге көндә Илнур медицина колледжында массажист һөнәрен үҙләштерә, ғинуарҙа Түбәнге Новгородта йөҙөү буйынса үтәсәк Бөтә Рәсәй бәйгеһендә ҡатнашасаҡ. Уның һөҙөмтәһе буйынса Илнурҙы Рәсәй Паралимпия йыйылма командаһына һайлап алыуҙары ихтимал. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Илнур Ғарипов Паралимпия үҙәге үткәргән ярыш һөҙөмтәһендә “Иң яҡшы йыл спортсыһы” тип табылған. Афарин, Илнур! Уңыштар һиңә!
Фото геройҙың шәхси архивынан.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева

Читайте нас