Көнсығыш конференцияһында плей-оффҡа дәғүә иткән клубтар кем уҙарҙан мәрәй йыйып, Яңы йылды күтәренке кәйеф менән ҡаршылағыһы килә. Уларҙың һәр еңеүе, өфөләр өсөн ҡурҡыныс янай. Сөнки улар юлаевсыларҙы ҡыуып ҡына түгел, ә уҙып та китеүе ихтимал. Һөҙөмтәлә, беҙҙекеләрҙе ҡыҫырыҡлап, турнир таблицаһының аҫҡы өлөшөнә төшөрөп бара. Ярай әле яңыраҡ уҙған турҙа, уның дәғүәселәре ситтәгеләр ярҙамында еңелеү кисерҙе. Шулай ҙа бөгөнгө Көнсығыш конференцияһының турнир таблицаһына күҙ һалһаң, юлаевсылар бишенсе урында саҡ йәбешеп тора. Алтынса баҫҡыста урынлашҡан Ҡытай клубы мәрәй һаны буйынса тиңләште. «Себер» менән «Адмирал» уйынсыларына «Салауат Юлаев»ҡа етер өсөн ике генә мәрәй етмәй. Ә бит улар өфөләрҙән өс уйынға әҙерәк уҙғарған.
Магнитогорскиҙың «Металлург»ы ла соҡорҙан сығы алмай ыҙылана. Әгәр улар ошо юҫыҡта уйнаһа, киләсәктә плей-оффһыҙ ҡалып, өфөләр хәленә ҡалмаҫ тимә. Ә бит улар составында сығыш яһаған билдәле бер Мозякин ғына эш хаҡы алыу буйынса КХЛ-дағы бер команданың дөйөм килеменә тиң.
Фото:ТАСС