-1 °С
Болотло
Унда үҙ тарихында дүртенсе тапҡыр ҡатнашҡан "Салауат Юлаев" командаһы беренсе уйында Швейцарияның "Амбри-Пиотте" клубы менән осрашты. Хужалар беренсе минуттан уҡ өҫтөнлөктө үҙ ҡулына алып, өфөләрҙең ҡапҡаһына өс яуапһыҙ шайба индерҙе. Шпенглер кубогына икенсе состав менән килгән Цулыгиндың тәрбиәләнеүселәре, тик икенсе осорҙа ғына уларҙың ҡапҡаһына юл тапты. Тик һуңынан башҡаһына хәле етмәне. Ә инде "Амбри-Пиотте" уйынсылары тағы бер тапҡыр уңышҡа өлгәшеп, юлаевсыларҙы 4:1 иҫәбенә отто.
Бөгөн улар Финляндияның ТПС командаһы менән сәкәләшәсәк.