Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Декабрь 2019, 17:20

Ни өсөн күҙҙәр йәшләнә?

Ҡайһы саҡта кешегә эҫелә лә, һыуыҡта ла урамға сығыуы ҡыйын: күҙҙәре шешеп, йәшләнеп, ҡыҙарып, ҡысытып йонсота. Ни өсөн күҙҙәр йәшләнә һуң? Уны нисек туҡтатырға?

Билдәле булыуынса, күҙҙә йәш биҙҙәре бар. Улар даими рәүештә күҙ йәше барлыҡҡа килтереп тора. Йәш – организмдың һаҡланыу сараһы. Шул рәүешле ул күҙ алмаһын зарарланыуҙан һаҡларға тырыша. Йәш күҙҙе туҡландыра, кибеүҙән һаҡлай һәм эләккән сүпте йыуып сығара.

Күҙҙән йәш килеүҙең сәбәптәре төрлө булыуы мөмкин. Ялҡынһыныу, шлактар барлыҡҡа килеү һөҙөмтәһендә күҙ йәштәре юлдары ҡаплана.

*Конъюнктивит, күҙ мөгөҙсәһендәге эрозия һәм башҡа күҙ ауырыуҙары йәш ағыуға сәбәпсе була. Был осраҡта күҙ ҙә ныҡ ҡына ауырта. Шуға күрә оҙаҡҡа һуҙмай ғына табипҡа күренеү хәйерле.

*Сифатһыҙ косметика ҡулланыу ҙа йәш ағыуға булышлыҡ итеүе бар. Шунлыҡтан һыналған косметиканы ғына ҡулланырға кәрәк. Гигиена әйберҙәре кеүек үк, косметика ла һәр кешенеке айырым булырға тейеш.

*Бынан тыш, аллергияға тиҙ бирешеүсән кешеләр була. Уларҙың, миҙгел-миҙгеле менән, айырыуса яҙлы-көҙлө, күҙҙәре бик һиҙгергә әйләнә.

*Организмда В витамины, калий етмәгәндә лә күҙҙәр тиҙ йәшләнеүсән була. Оҙаҡ ваҡыт компьютерға текәлеп ултырыу ҙа уларға насар йоғонто яһай.

*Ололарҙың иһә йәш каналдарының ҡыҫылыуы, тығыҙланыуы һәм күҙ ҡабағындағы мускулдарҙың йомшарыуы арҡаһында күҙҙәрҙән даими йәш ағыуы күҙәтелә.

Фото: В контакте

Яңылыҡ авторы: Сажиҙә Лотфуллина
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Ni-s-n-k--r-y-shl-n-55066/
Читайте нас: