Спорт
27 Декабря 2019, 06:56

Чехияла үҫмерҙәрҙең донъя чемпионаты башланды

Кисә Чехияла хоккей буйынса 20 йәшкә тиклемге уйынсылар араһында донъя беренселеге старт алды.

Рәсәй йыйылма командаһы төркөм осрашыуының беренсе уйынын чемпионат хужалары менән башланы. Майҙан хужалары күп ваҡыт һаҡланып уйнаһа ла, һирәк-һаяҡ ойошторған һөжүмдәре уңышҡа килтерҙе. Улар ике тапҡыр гол индереп, беҙҙекеләрҙе ҡыҫырыҡлап маташты. Тик уҙған чемпионат призеры уларға яуап итеп, иҫәпте тигеҙләүгә өлгәшә. Икенсе осорҙа ла чехтар үҙ уйынын бәйләп маташа һәм йәнә алға сыға. Брагиндың тәрбиәләнеүселәре шунда уҡ яуап шайбаһын индерә. Тик хужаларҙың дүртенсе уңышына, беҙҙекеләр башҡа ысул таба алмай. Рәсәй хоккейсылары тырышып-тырмашып, тәртип боҙоп булһа ла бәйгене ҡотҡармаҡсы була, әммә килеп сыҡмай.

Шулай итеп, беҙҙекеләр турнирҙы еңелеүҙән башланы. Иртәгә улар Канада менән уйнаясаҡ. Шулай уҡ беҙҙекеләр төркөм уйындарында АҠШ һәм Германия командаһы менән осрашасаҡ.

Фото:ТАСС

Яңылыҡ авторы: Нур Ҡәҙербаев
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Chehiyala--mer-r-e-donya-chempionati-bashlandi-56066/
Читайте нас