Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Декабрь 2019, 08:49

Бабиков менән Малышкоға биатлон бөттө…

Кисә биатлон буйынса Рәсәй кубогының йәғни «Ижевск мылтығы»ның бишенсе этабы башланды.

Унда төп командаға үтә алмай, ошо ярыштағы һөҙөмтәгә ҡарап, IBU кубогы этаптарына алынасаҡ спортсылар үҙ яҙмышын хәл итә. Тик нишләптер билдәле яҡташыбыҙ Антон Бабиков та һәм дә яңыраҡ төп команданан ситләтелгән Дмитрий Малышко ла ярышта күренмәне. Ә бит уларҙың икеһен дә ошонда ебәргәйнеләр. Күрәһең, исем өсөн генә, йәғни карьераларына нөктә ҡуйырға. Бына ошолай хәл ителә беҙҙә яҙмыш.
Ә инде ярышҡа килгәндә, спринт бәйгеһендә Алексей Слепов (һүрәттә) еңеү яуланы. Төп команданың элекке биатлонсыһы Максим Цветков 17-се урын менән ҡәнәғәтләнде. Уға ла сират етте буғай.
Фото:ТАСС
Яңылыҡ авторы: Нур Ҡәҙербаев
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Babikov-men-n-Malishko-a-biatlon-b-tt-56396/
Читайте нас: