Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Декабрь 2019, 14:54

Ниһайәт, ишеттеләр…

Рәсәй биатлон етәкселеге, үҙ урынында булмаған Дмитрий Малышконы төп команданан алып, хатта IBUэтаптарына ла ҡуймай, Рәсәйҙең «Ижевск винтовкаһы» ярыштарына ебәрҙе.

Әгәр хәле етеп, үҙ турнирыбыҙҙа уңышҡа ҡаҙанһа, уны IBU этаптарына алыуҙары ихтимал. Ә инде унан һуң бәлки, төп командаға ла юлы асылыуы мөмкин. Тик уға ышаныуы бик ҡыйын. Дөрөҫөрәге, Малышконың карьераһына нөктә ҡуйһаҡ та хата булмаҫ. Уның да көкөртө бөттө…

Карьераһына килгәндә, ул бит шәхси ярыштарҙа әллә ни уңышҡа ҡаҙанманы. Уртансылар рәтендә генә йөрөп, команда составында, йәғни эстафетала Олимпия уйындары чемпионы булды. Шулай уҡ, шул уҡ төрҙән донъя һәм Европа чемпионаттарында призерҙар исемлегенә инде.

Фото:ТАСС

Яңылыҡ авторы: Нур Ҡәҙербаев
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Ni-ay-t-ishettel-r-53542/
Читайте нас: