Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Декабрь 2019, 17:11

Оҙаҡламай үҫмерҙәр донъя беренселегендә көс һынашасаҡ

Ике көндән Чехияла 20 йәшкә тиклемге хоккейсылар араһында донъя чемпионаты башлана.

Рәсәй йыйылма командаһы беренселекте турнир хужалары менән башлай. Шулай уҡ улар төркөм осрашыуында Германия, Канада һәм АҠШ үҫмерҙәре менән осрашасаҡ. Плей-оффҡа һәр төркөмдән тәүге дүрт команда сыға.

Команданың баш тренеры Валерий Брагин был юлы Өфө хоккей мәктәбенән береһен дә саҡырмаған. Унда күберәк СКА, ЦСКА, “Аҡ барс”, “Локомотив” һәм дә океан аръяғынан бер нисә уйынсы саҡырыу алды.

Беҙҙең уйынсылар уҙған чемпионатта бронза миҙал яулағайны.

Фото:ТАСС

Яңылыҡ авторы: Нур Ҡәҙербаев
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/O-a-lamay--mer-r-donya-berenselegend-k-s-inashasa-52367/
Читайте нас: