Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Декабрь 2019, 11:30

“Салауат Юлаев” командаһы һағайта башланы...

“Салауат Юлаев” хоккейсылары икенсе осрашыу рәттән еңелеп, плей-офф зонаһынан быны-бына “тәгәрәп” төшөргә тора.

Сөнки аҫтағылар уны ҡыуып етеп киләләр. “Барыҫ” менән “Автомобилист” клубтары юлаевсыларҙы бишенсе баҫҡысҡа ҡыҫырыҡлап төшөрҙө, хөҙер Ҡытай командаһы ла ҡыуып етте. Ә инде “Себер” менән “Металлург”ҡа ике генә мәрәй етмәй. Әгәр быға тиклем уҙғарған уйындар иҫәбен һанағанда, улар ҙа өфөләргә етте.

Беҙҙекеләргә Яңы йылға тиклем “Авангард” һәм йәнә “Аҡ барс” менән ике осрашыу уҙғараһы ҡалды. Бында ла юғалтыу кисерһәк, ә улар икеһе лә Көнсығыш конференцияһында лидер, Цулыгиндың тәрбиәләнеүселәренә плей-офф зонаһы менән хушлашып торорға тура киләсәк.

Фото: ТАСС

Яңылыҡ авторы: Нур Ҡәҙербаев
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Salauat-Yulaev-komanda-i-a-ayta-bashlani-47058/
Читайте нас: