Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Декабрь 2019, 17:50

Роналду менән Месси фатирлы булған

Донъяның билдәле футболсыһы Криштиану Роналду һигеҙ миллион евроға фатир һатып алған.

Португалияның Лиссабон ҡалаһында урынлашҡан төйәгендә ул ғаиләһе менән ҡайтҡан сағында йәшәмәксе булған. 34 йәшлек һөжүмсе Италияның «Ювентус» клубында йылына 30 миллион евро алып уйнай.

Шулай уҡ быға тиклем икенсе бер билдәле уйынсы Лионель Месси АҠШ-та биш миллион долларлыҡ фатир алған булған.

Фото:ТАСС

Яңылыҡ авторы: Нур Ҡәҙербаев
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Ronaldu-men-n-Messi-fatirli-bul-an-44465/
Читайте нас: