Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Декабрь 2019, 11:10

Рәсәй гандболсылары финалға сыға алманы

Рәсәй ҡатын-ҡыҙ йыйылма гандбол командаһы донъя чемпионатының финалына сыға алманы.

Улар ярымфиналда Нидерланд спортсыларына минималь 33:32 иҫәбенә отолдо. Беҙҙекеләр һигеҙ осрашыу рәттән дәғүәселәрен еңә килеп, иң кәрәклеһендә бирелде.

Шулай итеп, Рәсәй гандболсылары өсөнсө урын өсөн Испания һәм Норвегия командаларының береһе менән уйнаясаҡ.

Фото:ТАСС

Яңылыҡ авторы: Нур Ҡәҙербаев
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/R-s-y-gandbolsilari-final-a-si-a-almani-38917/
Читайте нас: