Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Декабрь 2019, 17:05

Яҡташыбыҙ биатлон менән хушлашмаҡсы...

Бабиков биатлонһыҙ ғына түгел мылтыҡһыҙ ҙа ҡалған, имеш.

Билдәле биатлонсы Антон Бабиков донъя кубогының беренсе этабынан төшөрөлөп ҡалдырылғас, IBU кубогының этабына түгел, ә өйөнә ҡайта. Мылтыҡһыҙ... Сөнки уға алдан уҡ тыуған яғына билет алып, мылтығын үҙе менән алырға нишләптер рөхсәт бирмәйҙәр. Команда етәкселеге, әгәр Рәсәй кубогы ярышында ҡатнашырға уйлаһа, уның тағы бер мылтығы бар, тип яуап бирә. Кешене бөтөрәм тиһәң, анһат ҡына икән...
Шулай итеп, былтырғы IBU кубогы еңеүсеһен тик томалдан урам буйына сығарып ырғыттылар. Ә бит күпме талантлы спортсы ҡайһы бер етәкселәрҙең вайымһыҙлығы арҡаһында ошондай хәлгә тарып, яратҡан шөғөлөнән ситләтелә. Әлбиттә ҡайһы берҙәр үҙенең илен сит яҡтарға алмаштыра, әммә күп патриоттар тоғролоҡ һаҡлап, спорттан китә. Бабиков та шулар иҫәбендә, моғайын.
Фото:ТАСС
Яңылыҡ авторы: Нур Ҡәҙербаев
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Ya-tashibi-biatlon-men-n-hushlashma-si-37598/
Читайте нас: