Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Декабрь 2019, 17:00

Һуңғы өмөтөбөҙ юҡҡа сыҡты

Европа лигаһының һуңғы төркөм осрашыуында “Краснодар” футболсылары Испанияла “Хетафе” клубына 3:0 иҫәбенә еңелеп, Европа турнирҙарында ҡатнашҡан Рәсәй командаларынан һуңғы булып бәйге менән хушлашты.

Рәсәй командалары 18 йылдан һуң йәнә мәсхәрәгә ҡалып, плей-оффһыҙ ҡалды. “Зенит”, “Локомотив”, ЦСКА һәм “Краснодар” клубтары Европа турнирҙарында старт алып, төркөм осрашыуҙарынан да сыға алманы. Беҙҙән бер башҡа көсһөҙөрәк командаларҙан тороп ҡалыу оят. Мәҫәлән, плей-оффҡа сыҡҡан “Лудогорец” (Болгария), “ЧФР Клуж” (Румыния), “Селтик” (Шотландия), “Рейнджерс” (Шотландия) кеүек командаларҙан беҙҙекеләр нимәһе менән кәм?.. Беҙҙең бит төп команда Европа чемпионатының һайлап алыу уйындарында уларҙың йыйылма командаларын еңел генә еңде, тиһәк тә хата булмаҫ. Тағын килеп, беҙҙекеләр киләһе йыл буласаҡ Европа беренселегендә үҙҙәрен төп дәғүәсе тип һанарға оялманылар...
Фото:ТАСС
Яңылыҡ авторы: Нур Ҡәҙербаев
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/u-i-m-t-b--yu-a-si-ti-37769/
Читайте нас: