Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Декабрь 2019, 17:05

Рәсәй үҫмерҙәре ағалары юлын ҡабатламаҡсы

Футбол буйынса йәштәр йыйылма командаһы күп тапҡыр Европа беренселегенең һайлап алыу төркөм осрашыуҙарында уйнаһа ла, тик өс тапҡыр ғына төп уйындарҙа ҡатнаша.

Улар 1994, 1998 һәм 2013 йылда Европаның финал стадияһында сығыш яһаны. Һәм шунан бирле квалификацияны ла үткәне булманы. Был юлы уларҙың йәнә унда ҡатнашырға мөмкинлеге тыуҙы. Сөнки беҙҙекеләр 2021 буласаҡ Европа чемпионатында ҡатнашыр өсөн һайлап алыу төркөм бәйгеһен бик уңышлы башланы. Улар әлегә үҙ төркөмөндә беренсе урында килә. Төп турнирға эләгеү өсөн ҡалған дүрт осрашыуҙа өс мәрәй яулау ҙа етәсәк.
Фото:ТАСС
Яңылыҡ авторы: Нур Ҡәҙербаев
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/R-s-y--mer-re-a-alari-yulin-abatlama-si-37053/
Читайте нас: