Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Декабрь 2019, 13:10

Саңғысылар уңышы

7 декабрҙә Ишембай ҡалаһында саңғы ярыштарында - ҡышҡы миҙгелде асыуҙа Стәрлебаш саңғысылары уңышлы сығыш яһаны..

Үҙҙәренең йәш төркөмдәрендә Игнатий һәм Данил Афанасьевтар (һүрәттә), Илназ Хәбибуллин беренсе урын яуланы. Данис Ҡорбановтың - өсөнсө һөҙөмтә. Тәүге тапҡыр республика ярыштарында ҡатнашҡан Данияр Фәйзуллиндың дебюты уңышлы булды, ул финишҡа өсөнсө булып килде. Ветерандар ҙа беҙҙең районды лайыҡлы күрһәтте. Ғамил Мәжитов менән Миҙхәт Саҙриевтар призлы урындар яуланы. Ҡатнашыусыларҙың ҡалғандары - иң яҡшы унау иҫәбендә! Афарин! Миҙгелде һәйбәт астыҡ, ул уңышлы үтһен!
Ярышҡа барыуҙы спортсыларҙың ата-әсәләре, тренерҙар һәм ветерандар ойошторҙо. Ирек Фәйзуллин, Минияр Атласов, Ғамил Мәжитов, Филүс Кинйәбуҙов, Миҙхәт Саҙриевтар ҙур яуаплылыҡ алып, үҙҙәренең автомашиналарында уҡыусыларҙы ярышҡа алып барып ҡайтты.
Алда тағы бихисап старттар - һис шикһеҙ, еңеүҙәр ҙә буласаҡ. Спортсыларға уңышлы сығыш яһауҙарын һәм юғары бейеклектәр яулауын теләйбеҙ.
Үҙ хәбәрсебеҙ.
Фото Т.Петрова тарафынан бирелде.
Һүрәттә: Саңғысылар уңышлы сығыш яһаны.
Читайте нас в