Осрашыу тәүге яртыһына тиклем тигеҙ барып, аҙағында иһә өҫтөнлөк тулыһынса ҡунаҡтар яғына күсте. Һөҙөмтәлә улар майҙан хужаларын 71:57 иҫәбенә отто. «Уфимец» клубынан иң һөҙөмтәлеһе булып Глеб Герасименко танылды. Ул 12 туп индерҙе. Шулай уҡ Илья Подобедов менән Артем Исаков та уңышлы уйнаны.
Әлегә беҙҙең баскетболсылар 15 мәрәй яулап, турнир таблицаһында 14-се баҫҡыста урынлашҡан.
Иртәгә улар Ревда ҡалаһының клубын ҡабул итәсәк. Улар иһә 18 мәрәйе менән – алтынсы.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Uralmash-basketbolsilari-Ufimets-komanda-in-otto-36786/