Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Декабрь 2019, 14:20

Әбйәлилдә сноуборд буйынса Донъя кубогы юғары кимәлдә үтте

Был сараны Силәбе өлкәһе һәм “Металлург- Магнитогорск” тау-саңғы үҙәге ойошторҙо.

Ситтән килеүселәрҙең барыһы ла, бында иң ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы ҡаршылаған кеүек ҡабул иттеләр, тигән фекерҙә ҡалған. 17 илдән килгән 116 спортсы иҫ китмәле матур тәбиғәт, 3300 тамашасыға иҫәпләнгән мобиль стадион, 11 метрлыҡ экран, тау трассаларының юғары кимәлдә булыуына таң ҡалған. Артабан бында Донъя кубогы этаптарын даими рәүештә уҙғарыу буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла.
БР-ҙың Туризм буйынса дәүләт комитеты һәм Әбйәлил районы ойоштороусыларға мәҙәни программа йәһәтенән ярҙам иткән. Башҡорт ихатаһында милли сувенирҙар, ризыҡ, бишбармаҡ, уҡтан атыу, милли костюмдарҙа фотосессиялар барыһына ла бик ныҡ оҡшаған..
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Snoubord-buyinsa-Donya-kubogi-by-lild-u-ishli-tte-32346/
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән (И. Нафиҡов сәхифәһенән).
Читайте нас: