Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Декабрь 2019, 18:46

Йәш спортсының оло еңеүе

Минскиҙа тхэквондо буйынса халыҡ-ара ярыштар үтте. Унда Башҡортостандың тхэквондо буйынса академияһы йәш спортсылары ҡатнашып, ҙур еңеү менән ҡайтты.

Һигеҙ йәшлек башҡорт малайы Арсен Абдуллин чемпион исемен яуланы! Ул Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһенең тхэквондо буйынса Асыҡ кубогында иң яҡшылар рәтенә инде.
19 илдән меңдән ашыу спортсы ҡатнашҡан ярышта ҙур уңышҡа өлгәшкән бәләкәй милләттәшебеҙгә артабан да уңыштар юлдаш булһын! Ярышта Башҡортостан командаһы ике алтын һәм ике бронза миҙал яулаған.
Республика баҫмаларынан.
Читайте нас: