Рәсәй йыйылма командаһы быға тиклем билдәле булған Бельгия һәм Дания футболсыларынан тыш үҙенең өсөнсө дәғүәсеһен белде. Ул - Финляндия. Шулай итеп, Черчесовтың тәрбиәләнеүселәре “В” төркөмөндә беренсе осрашыуын Санкт-Петербургта Бельгия командаһы менән беренселекте башлай. Бәйге 13 июнь уҙасаҡ. Шунан һуң, 17-һе Питерҙа Финляндия уйынсыларын ҡабул итһә, 22 июнь Данияла урындағы команда менән көс һынашасаҡ. Плей-оффҡа һәр төркөмдән икешәр команда сыға.
Башҡа төркөмдәргә килгәндә, “F” төркөмө ҡурҡыныс... Унда Франция, Германия, Португалия командалары үҙ-ара “һуғышасаҡ”. Тағы бер дүртенсе дәғүәсеһе стык уйындарынан һуң билдәле буласаҡ.
“А” төркөмө: Төркиә, Италия, Уэльс, Швейцария;
“В” төркөмө: Бельгия, Рәсәй, Дания, Финляндия;
“С” төркөмө: Нидерланд, Украина, Австрия һәм дүртенсеһе стык уйындарынан һуң билдәле буласаҡ;
“D” төркөмө: Англия, Хорватия, Чехия һәм дүртенсеһе стык уйындарынан һуң билдәле буласаҡ;
“Е” төркөмө:Испания, Швеция, Польша һәм дүртенсеһе стык уйындарынан һуң билдәле буласаҡ.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/R-s-y-futbolsilarini--s-ns-d--se-e-bulip-Finlyandiya-komanda-i-tanildi-23215/