Көрәш
16 ноябрҙә БР Спорт әҙерлеге үҙәгендә полицияның генерал-лейтенанты А.Ф.Әхмәтханов иҫтәлегенә көрәш буйынса Бөтә Рәсәй турнирын тантаналы асыу булды. Әлеге ярыштар Өфөлә беренсе тапҡыр үтте һәм киләсәктә йыл һайын ойоштороласаҡ. Уны асыуҙа Башкортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Ярыштарҙа Рәсәйҙең 15 төбәгенән, шул иҫәптән республиканың 30 район һәм ҡалаһынан 300ән артыҡ спортсы ҡатнашты. Көрәш келәменә 18 йәше тулып үткән ир-егеттәр һәм төрлө ауырлыҡ категорияларында 2001-2002 йылғы үҫмер егеттәр сыҡты. Стәрлебаш районынан 15 көрәшсе барҙы, уларҙың алтыһы ярым финалға барып етте. Үткәрелгән ярыштар һөҙөмтәһендә Айнур Кинйәбаев (70 кг тиклем ауырлыҡ категорияһында I урын), Айнур Хужин (75 кг тиклем ауырлыҡ категорияһында II урын), Илдар Моратов (90 кг тиклем ауырлыҡ категорияһында II урын) турнир призерҙары булды. Еңеүселәргә Кубок һәм аҡсалата сертификат тапшырылды. Беҙҙең егеттәр сараның юғары дәрәжәлә үтеүен, көрәшселәрҙең ғәҙел көрәшеүен билдәләне.
Самбо
«Йығылма! Бирешмә! Ныҡ тор!» - көрәшселәр келәме янына йыйылған көйәрмәндәр шулай тип дәртләндереп торҙо. 16 ноябрҙә Бөтә Рәсәй самбо көнөнә ҡарата «Стәрле» спорт-һауыҡтырыу комплексында спорттың ошо төрө буйынса район беренселеге үтте. Төрлө секция һәм түңәрәктәрҙән алтмыштан артыҡ тәрбиәләнеүсе «Батыр» көрәшселәр клубы призына көс һынашты. Ойоштороусылар һәм бағыусылар исеменән ярыштарҙы асыуҙа ошо клуб вәкиле Ян Туҡтамышев сығыш яһаны. Ул көрәштең файҙаһы тураһында һөйләне һәм спортты һайлағандары өсөн балаларға рәхмәт белдерҙе. Тәүге минуттарҙан уҡ барлыҡ аудиторияны көндәшлек рухы сорнап алды. Ата-әсәләр һәм өләсәйҙәр – барыһы ла үҙ спортсыһы өсөн йән атты һәм уны хуплап торҙо. Һәр сәғәт һайын турнир яңы боролоштар алды, көрәшселәр араһында алыш ҡыҙыуыраҡ һәм тамашалыраҡ була барҙы. Һөжүм, йығылыуҙар, баҫып ҡала алыуҙар – ҡатнашыусылар уларҙың барыһын да үтте, хатта еңелеүселәр ҙә үҙҙәрен ҡыйыу тотто. 2002-2010 йылғылар араһында төрлө йәш төркөмөндә Эмиль Әминев, Илнар Исхаҡов, Айнур Камалетдинов, Юлай Йәғәфәров, Камил Хәсәнов, Данис Ғәлиев, Дим Ишембәтов, Руслан Әҡсәнов, Виктор Красноженов, Тимур Тайғонов, Аслиддин Отабоев, Артем Кожевников, Әбделмалик Ғәлиев, Сәләхетдин Бикмәтов, Айнур Байморатов, Розалина Рәхимҡолова, Линар Гәрәев, Арсен Хөсәйенов беренсе урындар алды. Судьялар Шамил Йәмилев, Ян Туҡтамышев һәм Илмир Байымов иң-иң яҡшыларҙы ғәҙел билдәләне!
Тренерҙарҙың түҙемлеге һәм ныҡышмалылығы һөҙөмтәһендә уларҙың тәрбиәләнеүселәре яҡшы күрһәткестәргә ирешә. Самбо һуңғы ваҡытта Стәрлебашта балалар араһында ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Бындый ярыштар спорттың әлеге төрөн нығыраҡ үҫтереүгә ярҙам итә. Призлы урындарҙы алыусылар грамоталар, миҙалдар менән һәм аҡсалата бүләкләнде.
***
Шул уҡ көнде мәктәптәр араһында «Кэс-Баскет» баскетбол лигаһының муниципаль этабы финалы үтте. Егеттәрҙең алты командаһы һәм ҡыҙҙарҙың алты командаһы үҙ-ара матур ярыштар үткәрҙе.Сараны асыу тантанаһында ҡатнашыусы мәктәптәргә үткән 2018-2019 йыл сезоны өсөн туптар, ГТО нормаларын үтәгән уйынсыларға ГТО значоктары тапшырылды. Уйындар 2-се Стәрлебаш урта мәктәбе һәм район Мәҙәниәт йорто спорт залдарында үтте. Уйын йомғаҡтары буйынса егеттәр араһында I урынды 2-се Стәрлебаш урта мәктәбе, II урынды 1 -се Стәрлебаш урта мәктәбе алды, III урын – Тәтер-Арыҫлан егеттәрендә. Ҡыҙҙар араһында I урынды 2-се Стәрлебаш урта мәктәбе, II урынды Первомайский урта мәктәбе, III урынды 1-се Стәрлебаш урта мәктәбе алды. «КЭС-Баскет» - баскетбол ғына түгел, мәктәп спортында балаларҙы ҡыҙыҡһындыра һәм һөҙөмтәгә эшләргә мәжбүр итерлек ҙур ваҡиға.