Шул уңайҙан уйын ҡарарға килгән йөҙәрләгән Комор көйәрмәндәре, шатлыҡтарынан футбол майҙанына төшөп, уйынсыларын донъя чемпионатында еңгән һымаҡ итеп һырып ала. Һырымаҫлыҡ та түгел шул, сөнки бер миллионға ла етмәгән халыҡ өсөн, был ваҡиға ҙур шатлыҡ була. Ғөмүмән, улар футбол тарихында бары 14 тапҡыр ғына еңеү шатлығын кисерә.