Бөтә яңылыҡтар
Спорт
20 Ноябрь 2019, 19:50

Ҡытай командаһы дүртенсегә һынау тота

«Салауат Юлаев» хоккейсылары ситтәге дүрт осрашыуҙан торған сәфәренән һуң, бөгөн үҙ майҙанында «Куньлунь Ред Стар» клубын ҡабул итәсәк.

Улар быйылғы миҙгелдә Ҡытай командаһы менән өс уйын уҙғарҙы ла инде. Икәүһендә еңеү өфөләр яғында булһа, береһендә «Куньлунь» өҫтөнлөк итә. Әлеге турға тиклем юлаевсылар 35 мәрәй менән Көнсығыш конференцияһында өсөнсө урында урынлашҡан. Шулай уҡ «Барыҫ» клубы ла беҙгә тиңләште. Ә бына бөгөнгө дәғүәсе 29 мәрәй яулап 10-сы.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/itay-komanda-i-d-rtenseg--inau-tota-14751/
Читайте нас: