Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Ноябрь 2019, 17:20

Евро – 2020-ең 10 командаһы билдәле булды

Кисә, 14 ноябрҙә, футбол буйынса Европа чемпионатының бер нисә һайлап алыу төркөм осрашыуҙары булып уҙҙы

Уның һөҙөмтәләре буйынса тағы дүрт команда төп уйындарға путева яуланы. Быға тиклем ул уңышҡа өлгәшкән Рәсәй, Бельгия, Италия, Польша, Испания һәм Украина футболсыларына янына Төркиә, Франция, Англия менән Чехия командалары ҡушылды.

Иртәгә Рәсәй футболсылары төркөм лидеры – Бельгия командаһын ҡабул итәсәк.

Чемпионаттың финал бәйгеһенә 24 команда ҡатнашасаҡ. Беренселек Европаның 12 ҡалаһында, улар иҫәбендә Санкт-Петербург та бар, үтәсәк.

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/sport/evro-2020-e-10-komanda-y-bild-le-buldy-/

Читайте нас: