Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Ноябрь 2019, 11:35

Башҡортостан - сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған төбәктәр иҫәбендә

Башҡортостан - 2019 йылда сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған кешеләр һаны буйынса Рәсәйҙең 10 төбәге исемлегендә.

Росстат йыл дауамында сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған граждандарҙы иҫәпләгән – Рәсәйҙә улар 12% тәшкил иткән. Башҡортостанда иһә сәләмәт йәшәү рәүешен алып барған кешеләр – 19,7%. Росстат сәләмәт йәшәү рәүешен алып барғандарҙы түбәндәге шарттар буйынса иҫәпләп сығарған: тәмәке тартмау; көн һайын 400 грамдан кәм булмаған йәшелсә, емеш-еләк ашау; физик әүҙемлек; тоҙҙо сама белеп ҡулланыу (тәүлегенә 5 грамдан күп түгел) һәм алкоголде аҙнаһына ир-егеттәргә – 168 грамдан, ә ҡатын-ҡыҙҙарға 84 грамдан артыҡ эсмәү. Сәләмәт йәшәү рәүешен билдәләү методикаһын Росстат 2019 йылдың мартында раҫлаған. Рейтингта тәүге өс урынды Ингушетия (48,8%), Ҡырым (29,2%) һәм Адыгея (28,8%) биләй. Аҙ күрһәткестәр: Чукотка автономиялы округы – сәләмәт йәшәү рәүешен алып барыусылар 0,4% тәшкил итә, Тыва – 1,1% һәм Ненец автономиялы округы – 2,1%.
Читайте нас: