Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Октябрь 2019, 11:40

Рәсәй еңел атлеттары дүртенсе миҙал яуланы

Катарҙа барған еңел атлетика буйынса донъя чемпионатында тағы бер Рәсәй еңел атлеты миҙаллы булды.

20 cаҡырым араға спорт атлауында Василий Мизинов еңеүсенән биш секундҡа ғына ҡалышып, Рәсәй командаһына икенсе көмөш миҙал килтерҙе. Быға тиклем Сергей Щубенков 110 метр араға ҡаршылыҡтар аша йүгереүҙә икенсе урын яулағайны. Тағы беҙҙең команда иҫәбендә ике «алтын» да бар.

Уҙған чемпионатта беҙҙекеләр бер генә алтын миҙал менән юҡһынғайны.
Читайте нас: