Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Октябрь 2019, 15:09

Данлыҡлы Усэйн Болтты уҙҙылар

АҠШ еңел атлеты Эллисон Фэликс команда составында сираттағы донъя чемпионы исемен яулап, алтын миҙалдар һаны буйынса данлыҡлы Ямайка йүгереүсеһе Усэйн Болтты уҙып китте.

Хәҙер уның иҫәбендә – 12 алтын миҙал. Боллтыҡы – 11 юғары пробалы награда.

Катарҙа барған турнирҙа АҠШ йыйылма ҡатнаш эстафета командаһы 400 метр арауыҡты дүртәүләп 3 минут 9,34 секундта үтеп, донъя рекордын ҡуйҙы. Икенсе – Ямайка, өсөнсөлә Бахрейн спортсылары.
Читайте нас: