Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Октябрь 2019, 12:10

Һай шәп тә инде беҙҙең ҡыҙҙар!

Сентябрҙә Анапала XII Бөтә Рәсәй һуғыш сәнғәте буйынса үҫмерҙәр уйыны сиктәрендә билбау көрәше буйынса ярыштар үтте.

Унда Башҡортостан ҡатнашҡан ҡыҙҙар был юлы ла һынатманы. Олимпия Махиянова менән Эльвина Ғәҙелшина республика йыйылма командаһы составында Башҡортостан намыҫын яҡланы. Спортсылар үҙ ауырлыҡ категорияларында уңышлы сығыш яһап, I урын яуланы.


Дөйөм алғанда, Бөтә Рәсәй спорт фестивалендә һуғыш сәнғәтенең 22 төрө тәҡдим ителде һәм улар Рәсәй Федерацияһының Спорт министрлығында аккредитация үтте. Улар араһында - киокусинкай, вьет во дао, тхэквондо, спорт (грэпплинг), ҡул, билбау, армия ҡул, комплекслы көрәштәр, таи боксы, кикбоксинг, сито-рю, сетокан, кендо, капойэра, ушу, айкидо, сумо, джиу-джитсу, самбо, көрәш, каратэ, мас-рестлинг бар. Уйындарҙа 10 йәштән 18-гә тиклем меңгә яҡын көрәшсе ҡатнашты. Ҡыҙҙар мас-рестлингта ла көстәрен һынап ҡараны. Һөҙөмтәлә Эльвина - II, ә Олимпия III урын алды.

Республика баҫмаларынан.
Читайте нас в