Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Сентябрь 2019, 12:07

Болотло, ямғырлы, спортлы шәмбе

Уҙған шәмбе «Милләт кросы-2019» Бөтә Рәсәй акцияһында бик күп спорт һәм физкультура һөйөүселәр ҡатнашты.

Был көндө һауа торошо бик үк һәйбәт булмаһа ла - болотло һәм ямғырлы ине, саңғы базаһында иһә йылы һәм дуҫтарса мөхит хөкөм һөрҙө. Йүгереүҙә ҡатнашырға теләүселәр шул тиклем күп булды, уларға үҙҙәренә номерҙар алыу өсөн сиратта торорға тура килде.

«Рекорд ҡуйып булмаҫ, моғайын, әммә спорт сараларында ҡатнашырға тейешбеҙ, бөгөнгө кроста ярты класс - иң әүҙемдәре һәм ҡыйыуҙары ҡатнаша», - тине 1-се Стәрлебаш урта мәктәбе уҡытыусыһы, үҙенең 10В класын хупларға килгән Суфия Ишмөхәмәтова.

- Уҙған аҙнала мәктәптә «Сәләмәтлек көнө» үткәрелеп, уҡыусылар әлеге мөһим сара алдынан яҡшы күнегеү алды. Уҡыусыларым һынатмаҫ, - тип уртаҡлашты үҙ фекере менән Йәшергән төп мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Светлана Шәйхулова. Был юлы әлеге мәктәптән 14 спортсы килгәйне.

Еңел атлетика кросында ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары А.Ә.Суфьянова сәләмләне. Ул Бөтә Рәсәй «Милләт кросы-2019» марафонының 15се тапҡыр үткәрелеүен, унда ҡатнашырға теләүселәрҙең йылдан-йыл арта барыуын билдәләне.

Стартҡа беренсе булып кескәйҙәр төркөмө - 1-2 уҡыусылары сыҡты. Дистанция - 1 километр, йәғни стадион буйынса 1 әйләнеш. «Старт» командаһы бирелеү менән улар барыһы ла бергә алға ынтылды, әммә финишҡа берәмләп килделәр. Ҡыҙҙар араһында Стәрлебаш башланғыс мәктәбенең 2В класы уҡыусыһы Элина Ғәлиева иң етеҙе булды. Үҙенең тәүге еңеүенә ҡыҙ бик ышаныслы килде. Йүгереү менән ул йәйге каникул ваҡытында шөғөлләнә башлаған. Һәр көндө саңғы базаһына килгән, шуныһы уңайлы, ул уға яҡын йәшәй. Бер үҙе түгел, ә өләсәһе менән килгән. Ярыштар ваҡытында ла өләсәһе ейәнсәрен хуплап торҙо. Элинаның әсәһе Алия Сабит ҡыҙы әйтеүенсә, ҡыҙҙары уларға сюрприз эшләгән, киләсәктә лә шулай тырышһа, быға шат ҡына буласаҡтар.

Артабан башҡа төркөмдәр стартҡа баҫты, улар араһында ла еңеүселәр билдәләнде. 8-11 класс егеттәренән торған төркөм иң күбе булды. Улар 3 км дистанцияны үтергә тейеш ине. Райондың саңғы ярышы буйынса йыйылма командаһы вәкилдәре ярышҡа яҡшы физик әҙерлектә сыҡты. Улар иң алда барып, башҡа ҡатнашыусыларҙы ла үҙ артынан эйәртте. Иң ҡыҙығы финиш һыҙығында күҙәтелде, иң көслө спортсы Тимур Фәхриев менән Амаль Латипов араһында беренселек өсөн ҡыҙыу көрәш барҙы. Һәм бына һуңғы метрҙар, Тимур ярты секундтҡа көндәшен уҙҙы.

Ойошмалар араһынан иң ҙур команда район дауаханаһынан ине. Баш табип спорт сараһында шәхсән ҡатнашты. Кроста директор А.Афанасьев етәкселегендә коррекция-мәктәп интернаты вәкилдәре берҙәм команда булып ҡатнашты. Дөйөм алғанда, даими ҡатнашыусылар килгән. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ғәжәпләндерҙе. Улар тотош коллектив менән стартҡа сыҡты, тип әйтергә мөмкин. Үҙ дистанцияһын үтеп кенә ҡалманы, яҡшы һөҙөмтә лә күрһәтте! Рөстәм Ғәлиәкбәров һәм Рәйлә Хәбибуллина (район Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре) «алтын» алды.

Үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре араһында Роза Фәйзуллина, Илфира Ғәбиҙуллина, Гөлсинә Сиражетдинова ла бар ине.

- Бөгөн беҙ ярышты «тамамлаусылар» булдыҡ, финишҡа иң һуңғылары булып килдек. Әммә быға кәйефебеҙ төшмәне. Беренсенән, йәш тә бара, иллене уҙҙыҡ, икенсенән, иң мөһиме - еңеү түгел, ә ҡатнашыу, - тип йылмая үҙ ваҡытында спорттың төрлө төрҙәре буйынса күп тапҡыр еңеүселәр араһында булған ханымдар.

Ярыштар тамамланғандан һуң еңеүселәрҙе бүләкләү башланды. Призерҙар миҙалдар һәм грамоталар алды. Грамоталар 4, 5, 6 урын алыусыларға ла бирелде. Барлыҡ һөҙөмтәләр йыраҡ дистанцияға йүгереү буйынса ГТО нормалары зачетына индерелде. Сара бик күптәрҙе берләштерҙе, унда 400ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Ҡатнашҡандары, еңеүгә ынтылыштары, спортты яратҡандары өсөн уларға рәхмәт!

Фаягөл ЙОСОПОВА. Автор фотолары.
Читайте нас: