Бөтә яңылыҡтар
Спорт
20 Сентябрь 2019, 14:30

Айҙарҙа - көмөш миҙал

14 сентябрҙә республиканың баш ҡалаһында еңел атлетика кросы буйынса Өфө ҡалаһының асыҡ чемпионаты һәм беренселеге үтте.

Әлеге ярыштарҙа беҙҙең район спортсылары ла ҡатнашты. Айҙар Ғилмановты (һүрәттә) уңышлы сығыш яһауы менән ҡотлайбыҙ. Йәш спортсы тиҫтерҙәре араһында өс километр дистанцияла икенсе һөҙөмтә күрһәтте. Ғилмановтарҙың спорт ғаиләһенең тағы ла бер вәкиле - Рузалина ун лидер иҫәбенә инде.

Уларға киләсәктә уңыштар һәм яңынан-яңы, сағыу еңеүҙәр теләйбеҙ!

Үҙ хәбәрсебеҙ.

Фото Р.ЯРУЛЛИН тарафынан бирелде.
Читайте нас: