Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Сентябрь 2019, 08:59

Урлашҡан кешеләргә мәрхәмәтлебеҙ шул...

Рәсәйҙең Юғары суды Сахалин өлкәһенең элекке губернаторы Александр Хорошавиндың һаҡта тотоу тураһындағы ҡарарын көсөнән сығарған. Ошо хаҡта уның адвокаты Ольга Артюхина хәбәр итә.

Быға тиклем губернатор Европаның Кеше хоҡуҡтары буйынса судына мөрәжәғәт итеп, үҙен яҡлап маташты. Март айында Европа суды алдан һаҡ аҫтында оҙаҡ тотоуҙы тыйған Кеше хоҡуҡтарын һәм иркен яҡлау буйынса конвенцияны боҙған тип, Рәсәй А. Хорошавинға биш мең евро түләргә ҡушҡан.


Александр Хорошавин 2007 йылдан Сахалин өлкәһенең губернаторы була. 2015 йылдың мартында ул ришүәт алған саҡта ҡулға алына. Ошо хәлдән һуң Рәсәй Президенты Владимир Путин губернаторҙы вазифаһынан бушата.


Алесандр Хорошавин 5,6 миллион доллар ришүәт алыуҙа ғәйепле тип табып, уны 13 йылға ҡаты режимлы колонияға ултырттылар, шулай уҡ 500 миллион һум штраф һалынды. Быйыл уға ришүәтселек буйынса тағы ла өҫтәмә ғәйепләү белдерҙеләр.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: