Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Сентябрь 2019, 11:45

Ҙур хоккей Өфөлә

"Салауат Юлаев" клубы быйылғы миҙгелдә үҙ боҙонда беренсе осрашыуын үткәрҙе. Баш ҡалаға Екатеринбургтың "Автомобилист" командаһы килде. Быйылғы чемпионаттың лидерына ҡаршы уйында юлаевсылар тәүге минуттарҙан уҡ һөжүмгә ташланды.

Әммә иҫәпте беренсе осор уртаһында дәғүәселәр асты. Найджел Доус һуҡҡан шайбаны яҡташтарыбыҙҙың ҡапҡа һаҡсыһы тота алмай ҡалды. Артабан Башҡортостан командаһы нисек кенә тырышмаһын иҫәпте тигеҙләй алманы.


Ә бына күрше өлкә вәкилдәре юлаевсыларҙың ҡапҡаһы артында тағы ла бер тапҡыр ҡыҙыл ут тоҡандырып, 2-0 иҫәбе менән еңеү яуланы. Киләһе осрашыуын "Салауат Юлаев" командаһы 14-се сентябрҙә үҙ боҙонда Хабаровскийҙың "Амур" клубына ҡаршы үткәрә.

Республика яңылыҡтарынан.
Читайте нас: