Марафон даирәһендә 2, 5, 10 һәм 21 километрға йүгереүҙәр, балалар старттары, шулай уҡ скандинав йөрөүе һәм корпоратив эстафета буйынса ярыштар үтте. Марафонға тиклем бер көн алдан унда ҡатнашыусылар Өфө үҙәге буйлап йүгереү экскурсияһында ҡала менән танышты, Башҡортостандың баш ҡалаһының төп иҫтәлекле урындарын ҡараны. Марафон маршруты ҡаланың үҙәк урамдарынан һәм йәйәүлеләр зонаһынан үтте һәм йүгереүселәр Өфөнөң төп символдарын күрҙе.
Старт алдынан ҡатнашыусыларҙы (улар биш меңдән ашыу ине) Рәсәй Хоккей федерацияһы президенты, легендар хоккейсы Владислав Третьяк һәм спорт комментаторы Дмитрий Губерниев сәләмләне. Марафонда махсус ҡатнашыу өсөн Өфөгә билдәле журналистар, спортсылар, актерҙар һәм музыканттар килде.
Марафонда ҡатнашыусылар иҫәбендә Стәрлебаштан Ғилмановтар ғаиләһе булды, улар яҡшы йүгерҙе. Мәҫәлән, 10-11 йәш категорияһындағы ҡыҙҙар араһында Рузалина Ғилманова беренсе урын яуланы. Тотош дистанция буйына (5 км) уны ата-әсәһе Винарис менән Зөлфиә оҙатып барҙы. Айҙар Ғилманов 10 километрға йүгереүҙә тиҫтерҙәре араһында дүртенсе булды. Афарин!
Фото Р.ЯРУЛЛИН тарафынан бирелде.