Форум ҡатнашыусылары йөҙөү, өҫтәл теннисы, еңел атлетика кеүек тиҫтәләп спорт төрөндә һынау тотто. Шулай уҡ төрлө төбәк йыйылма командалары араһында волейбол буйынса иптәштәрсә матч та үтте. Спартакиада сиктәрендә оло йәштәге спортсылар йәшлек дәртен иҫтәренә төшөрөп ГТО нормаларын да тапшырҙы.